Бүздәктәр Донбассҡа таҡта оҙатмаҡсы

Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ылау туплау дауам итә. Украина агрессияһынан зыян күргән төбәктәргә башлыса төҙөлөш материалдары ебәреүгә иғтибар бүленә. Шуны иҫәпкә алып Бүздәк районы эшҡыуары Донбассҡа бер фура таҡта оҙатырға ҡарар иткән. Уның менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә осрашты.

Шәхси эшҡыуар Марс Хәбибрахмановтың ағас эшкәртеү цехында һуңғы осорҙа эш бер минутҡа ла тынғаны юҡ. 5-се гуманитар ылау менән йүнсел Донбассҡа төҙөлөш материалдары ебәрергә булған. Таҡтаны бысып өлгөртөргә кәрәк.

Бүздәк урман сәнәғәте үҫешкән райондарҙан түгел. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы йүнселдәрҙең яйын табып Донбассҡа ярҙам итергә ынтылышы ҙур иғтибарға лайыҡ. Дөйөм алғанда район халҡы теләктәшлек саҡырыуын дәррәү күтәреп алған. Быға тиклем оҙатылған гуманитар ылауҙарға ла улар ҙур өлөш индергән.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 4-се гуманитар ылау сәфәрен тамамланы. Украина агрессияһынан зыян күргән төбәктәргә улар барлығы 180 тонна йөк, төҙөлөш материалдары, көнкүреш әйберҙәре һәм аҙыҡ-түлек илтте.

Әле Донбассҡа 5-се гуманитар ылауҙы туплау дауам итә. Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына сираттағы сәфәр киләһе аҙнаға тәғәйенләнгән.

Рафиҡ Әхмәтшин