Законға ярашлы, йәшел зонаға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына автомобиль ҡуйыусы граждандарға ҡарата административ протокол төҙөлә. Йыл башынан ошондай меңгә яҡын осраҡ теркәлгән.
Ҡағиҙә боҙоусыларҙың машинаһының дәүләт номеры, автомобиль урынын иҫбатлаусы фотолар шунда уҡ административ комиссияға ебәрелә. Газон үҫтерелмәгән, әммә йәшеллек өсөн ҡаралған майҙанда ла парковка ойоштороу тыйыла.
Флорида Ким