«Ваҡыт аша». Өфө моторҙар эшләү беркмәһе мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда янғын һүндереү техникаһынан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо.
Янғын һүндереү техникаһы йөҙ йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр кисергән. Быны күргәҙмәгә килеүселәр үҙ күҙҙәре менән сағыштыра алды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре яуаплы һәм кәрәкле һөнәрҙәр тураһында балаларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе.»Хәүефһеҙлек мәктәбе» хәрәкәте сиктәрендә балалар һаҡлыҡ ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ысын ҡотҡарыусылар ролендә тойоп ҡараны.
Үҫмерҙәр заманса техника менән дә яҡындан таныша, махсус бәйләнеш аша сигналдар биреп ҡарай алды. Яуаплы һәм кәрәкле һөнәр эйәләре эшмәкәрлеге менән үҫмерҙәр 24 апрель Дим районында, 14-се майҙа «Торатау» Конгресс-холы янындағы парковкала яҡындан таныша аласаҡ. «Ваҡыт аша» тип аталған янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе дәүләт янғын һүндереү хеҙмәтенең 95 , Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнала.
Гүзәл Борханова