Баш ҡалала ейәнсуралар ҡор йыйҙы

Данлы үткәнде кире ҡайтарайыҡ, ти ейәнсуралар. Өфөлә үткән яҡташтар осрашыуында бер төркөм активистар үҫәргәндәр иленең абруйын күтәреү, билдәле шәхестәренең исемен мәңгеләштереү һәм атайсалға ярҙам итеү мәсьәләләре тураһында фекер алышты.

Тау битендә глобус, китап менән парта, Еңеү паркында ярашыу эскәмйәһе, тыуған яғын ҡалдырып осҡан торналар һыны. Ейәнсура районының Арсен ауылындағы арт-объекттар һанына ҡайһы бер ҡалалар ҙа көнләшерлек. Һәм быларҙың барыһын да ошо ауылдан сыҡҡан ябай кешеләр эшләгән.

Меценттар арт-объекттар менән генә сикләнмәй. Бөрйән ағасынан һалынған сиркәү , төҙөкләндерелгән парк, урындағы хоккей командаһы ла тап уларҙың башланғысы һәм матди ярҙамы менән барлыҡҡа килә. Арсен ауылынан сыҡҡандар кесе ватанына тоғролоғо, ярҙамсыллығы менән айырылып тора, ти урындағылар. Әйткәндәй, торналар арт объекты ла тап улар хөрмәтенә урынлаштырылған.

Ауылдан сығып һирәк ҡайтып йөрөгәндәр хөрмәтенә эшләнек. Унда башҡорт һәм рус телдәрендә шулай тип яҙылған да. Һеҙ осоп китәһегеҙ, әммә тыуған ояғыҙҙы онотмағыҙ, ҡайтып йөрөгөҙ тиелгән. «Атайсал» проектына ла ҡушылырға өндәп торалар.

Лев Егоров, Арсен ауылында йәшәүсе

Хәҙер меценатлыҡ күпкә әүҙем һәм ойошҡан йүнәлеш аласаҡ, ти ейәнсуралар. Быға республикала барлыҡҡа килгән Атайсал проекты булышлыҡ итә. Кесе Ватанға ярҙам итеү, тыуған ауылдарҙы төҙөкләндереү, инфраструктураны яҡшыртыуҙа ҡатнашыу мәсьәләләре Өфөлә яҡташтар осрашыуында ла ҡаралды.

Ейәнсуралар үҙҙәре лә райондан сыҡҡан билдәле шәхестәрен онотмай. Тотош Башҡортостанды, илде данлаған яҡташтарҙың исемдәрен мәңгеләштереү беҙҙең изге бурыс, ти улар. Яҡташтар ҡоро 23 йыл Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән күренекле дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Солтанов менән тотош илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә тос өлөш индергән Ҡыуатовтарға бюст ҡуйыу ниәте менән яна.

Ә бына районға мейк грейт эгейн, йәғни данлы итеү креатив йәштәр өлөшөнә төшә. Яҡташтар осрашыуында Ейәнсура студенттары «Селигер», «Таврида» форматында йәштәр форумдары ойоштороу тураһында фекер алышты. Йыйындарҙың иң мөһиме рәсмилектән азат һәм районға файҙа килтерерлек булыуы шарт. Тап ошондай саралары менән Ейәнсура айырылып торорға тейеш, ти улар.

Идеялар күп. Яҡташтар осрашыуы, берләшеү, аралашыу уларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур аҙым, ти ейәнсуралар. Һәр хәлдә сараға килеүсе һәр кем ҡанатланып, дәртләнеп , көс алып ҡайта.

Айнур Кәбиров.