Өфө күп профилле һөнәрҙәр колледжында ошо исем аҫтында милли кейем көнөнә арналған сара уҙҙы. Ул колледж һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо.
Колледж студенттары «Яңы быуын « дизайн – театры кейемдәре менән дефилеға сыҡты. Салауат ҡалаһынан, Ҡырмыҫҡалы районынан килеүселәр төрлө халыҡтарҙың стилләштерелгән кейем өлгөләрен күрһәтте. Байрамда милли кейемдәр, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.
Рәмилә Исмәғилева