Ошо һәм башҡа медиа өлкәһендәге көнүҙәк һорауҙарға яуап 48-се башҡорт лицейында уҙған «Заман» йәштәр форумында яңғыраны. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған үҫмерҙәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Телефонға фото төшөрөүҙә иң мөһиме: яҡтылыҡ менән эшләй белеү. Заманса айфондар профессиональ фотоаппараттарҙан да ҡалышмай. Иҙел Сөләймәнов мобиль фотоһүрәттәр яһау менән бер нисә йыл шөғөлләнә. Уның өсөн был килемле эш.
Ә бына «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы Ғәзиз Әбделмәнов график дизайн менән ҡыҙыҡһына. Сарала ул логотип төҙөү нескәлектәре таныштырҙы. Әйткәндәй, ул 48-се лицей өсөн махсус эмблема яһаған.
Журналистика һәм хәбәрсе эше менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа айырым бер майҙанға йыйылды. Кадрҙа үҙеңде нисек тоторға, интервьюла ниндәй һорауҙар бирергә – барыһы ла оҫталыҡ дәресендә ҡаралды.
Үҙ-үҙеңде күрһәтеү ҙә оҫталыҡ талап итә. Бында ҡиәфәттән башлап, дикцияға тиклем барыһы ла мөһим. Аудитория алдында уңышлы сығыш яһау серҙәре уйын аша өйрәнелде.
Монтаж нигеҙҙәре, блогер һөнәре, смм нескәлектәре. Бөгөнгө шарттарҙа үҫешеү серҙәре «Заман» йәштәр форумында яңғыраны. Бынан һуң, медиа өлкәһендәге белгестәр артыр, тигән өмөттә ойоштороусылар.
Рәзилә Ғиниәтуллина