Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тексын уҡыусылар билдәле булды

Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев уҡый. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр тексты башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов уҡыуында ишетә. Төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәргә диктантты Муса Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Гүзәл Нуриева яҙҙыра. Акция 23 апрелдә була.