Бөгөн Ейәнсура районында аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Күгәрсен ауылы янында еңел машина Ямашлы һыуһаҡлағысына төшөп киткән. Руль артындағы ҡатын иҫән ҡалған, уның иҫерек булыуы асыҡланған. Салондағы өс ҡатын һәләк булған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан. 10 бала әсәйһеҙ ҡалған.