Башҡортостанда санкция шарттарында көрсөккә ҡаршы ярҙам пакеты ҡабул ителә. 100-гә яҡын пунктты үҙ эсенә алған документ бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә иғлан ителде. Төрлө тармаҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән иҡтисади ярҙам пакетының мөмкинлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Коронавирус пандемияһы ваҡытында асылған Республика ситуация үҙәге эш йүнәлешен үҙгәртә. Хәҙер операторҙарҙан санкция шартттарында кризисҡа ҡаршы ярҙам юлдары хаҡында белешергә лә мөмкин.
Кризисҡа ҡаршы ярҙам пакеты үҙ эсенә 100-гә яҡын сараны ала. Ул дәүләт органдарының, финанс ойошмаларҙың, етештереүселәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Мәҫәлән, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡҡа 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, сәнәғәт секторына 3 миллиард һумдан ашыу. Импортты алмаштырыу өҫтөндә эшләгән предприятиеларға айырым иғтибар.
Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң тәүге мебель кластеры ла эш башлай. Был хаҡтағы указға илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров ҡул ҡуйған. Кластер ошо йүнәлештәге предприятиеларҙы берләштерер һәм яңы мөмкинлектәр асыр тип көтөлә. Тәү сиратта был дәүләт ярҙамы алырға булышлыҡ итә. Мебель кластерын ойоштороуҙы Туймазы эшҡыуарҙары күтәреп сыҡҡан. Башҡортостан кластеры федераль статусҡа эйә һәм әле үк тиҫтәнән ашыу етештереүселәрҙе берләштерә, унда башҡа төбәк предприятиелары ла инә ала.
Оператив кәңәшмәлә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау хаҡында ла һүҙ барҙы. Республика башлығы Өфөләге Бухартовскийҙар йорто буйынса һорауға нөктә ҡуйҙы. Архитектура ҡомартҡыһы булған йорт төҙөкләндереләсәк. Мәғлүм булыуынса, тарихи объектта ике йыл элек янғын сыҡҡайны.
Радий Хәбиров «Шүлгәнташ» музейын асыу буйынса күләмле саралар әҙерләргә ҡушты, был тантанаға милли симфоник оркестрҙы ла йәлеп итеү ҡарала.
Әлеге шарттарҙа йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү ҙә мөһим маҡсаттарҙың береһе булып тора. Рәсәй мәғариф министрлығы муниципаль белем усаҡтарына дәүләт символдары урынлаштырыу тәҡдиме индерҙе. Радий Хәбиров бер аҙна эсендә ошо бурысты тормошҡа ашырыу юлдарын барларға ҡушты. Ә 9 майҙан һуң дәүләт символдары менән бәйле төрлө саралар ойоштора башлау шарт.
Рәмзиә Кәримова