Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендәге үткәүел 30 процентҡа әҙер

Бөгөнгә объекттың дүрт терәүе ҡағылған, яҡын көндәрҙә төҙөүселәр урҙаларҙы ҡора башлай. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙған.

«Баш ҡалала транспорт проблемаһын эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Ағиҙел йылғаһы аша күпер сафҡа инде, аркалы ҡоролмала ремонт эштәре бара. Әле Нуғай юлында тимер юл аша үткәүел төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Халыҡ бындағы тығындарға йыш заралана. Әле таяуҙар ҡуйған, һыу аға торған улаҡтар эшләнгән, тимер юлда ла эш бара.

Нуғай ҡасабаһы йылдам үҫешә, ә беҙ уға ҡарағанда ла шәберәк эшләйбеҙ. Төҙөлөш һәр ваҡыт уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра – аҙ ғына сабыр итегеҙ. Был юлүткәргес беҙгә ныҡ кәрәк», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.