Ауырғазы районында «Газель Некст» пассажир автобусының юл фажиғәһенә тарыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Авария йәкшәмбе Өфө-Ырымбур юлының Талбазы ауылы эргәһендә теркәлгән.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, транспорт сараһының тәгәрмәсе шартлап машина электр бағанаһына бәрелә һәм юлдан төшөп түңкәрелә. 12 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән район үҙәк дауаханаһына килтерелә. Әле ҡазаға тарыусы 18 йәшлек ҡыҙ реанимацияла.
Табиптар әйтеүенсә, уның ҡабырғаһы, ҡалаҡ һөйәге һынған, баш мейеһе һелкенгән. Авария мәлендә салонда 19 пассажир була. Түлгән-Өфө маршрутын транспорт компанияһы хеҙмәтләндереүе билдәле. Әммә водителдең был ваҡытта рөхсәт ҡағыҙы булмай. Енәйәт эше барышында һәләкәт сәбәптәре һәм шарттары, шул иҫәптән водителдең һәм автобустың рейс алдынан тикшереү үтеү-үтмәүе асыҡлана.
Ейәнсура районында теркәлгән фажиғәлә өс ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы Күгәрсен ауылының Ямашлы һыуһаҡлағысында теркәлгән. Эске эштәр министрлыған хәбәр итеүҙәренсә, 14-се модель «ВАЗ» автомобиленең 47 йәшлек водителе эскән килеш быуаға төшөп китә.
Салонда ултырған өс ҡатын да һәләк була. Водитель ҡатын һыу эсенән үҙ аллы сығып өлгөрә. Әле һәләкәт урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә тарыусылар урындағы кафеларҙың береһендә эшләгән.