Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Алан Марзаев Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Баймаҡ ҡалаһындағы йәмәғәт урындарында төҙөкләндереү эштәрен ҡараны. Төп иғтибар – Баймаҡ. «Үҙгәреш еле» тип исемләнгән проектҡа.
Тап ошо башланғыс уңайлы ҡала мөхите ойоштороу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Ләкин төҙөүсе компания эштәрҙе еренә еткереп башҡармаған. Хәҙер уға етешһеҙлектәрҙе үҙ аҡсаһына бөтөрөргә тура киләсәк.
Айнур Кәбиров