Өфө районы Ясный ауылында йәшәүселәр быуаның һайығыуына зарлана

Быны улар урындағы агрофирма хужалығына бәйләһә, предприятие етәкселеге ташҡынға ҡаршы әҙерлек сараһы булыуын билдәләй. Йәнәһе лә, ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған.

Боҙ ҡамауында ҡалған балыҡтарҙың барыһы ла иҫән. Урындағы халыҡ уларҙы мөмкин тиклем ҡотҡарып маташа. Әммә, унан һуң да уларҙың йәшәре икеле. Сөнки һыу кимәле бөгөн бер метрға тиклем һайыҡҡан.

Быуаның һайығыуы апрель башында уҡ күҙәтелгән. Сәбәбен Ясный ауылында йәшәүселәр ҡуртымға алыусы «Николаевское» агрофирмаһынан күрә. Ә агрофирма етәкселеге был яҙғы ташҡынға ҡаршы әҙерлек сараһы булыуын хәбәр итә.

Ә урындағы халыҡ быуаның һуңғы ике йылда танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен, билдәләй. Һыуҙың кәмеүе менән бергә тереклектең юҡҡа сығыуына килтерҙе. Һыу ҡомағы, ҡондоҙҙар бөгөн бөтөнләй күренмәй. Шулай уҡ тик таҙа һыуҙа ғына йәшәгән ҡыҫалалар ҙа юғалыу сигендә.

Шулай ҙа ҡалған боҙ киҫәктәре быуаны тултырырмы, юҡмы әлегә һорау асыҡ ҡала. Ә һыуһыҙлыҡтан яр ситендә күпләп ҡырылған балыҡтар тик аҡсарлаҡтарға шатлыҡ ҡына.

Азат Ғәлиуллин