13 телдә донъя күргән дини-мәғрифәт гәзите 2020 йылдан башҡорт телендә сыға. Ураҙа тотоусы 200-ҙән ашыу гүзәл зат «Әс-сәләм» саҡырыуы буйынса ифтарға йыйылды. Изге ғәмәлдәр сараһы хаҡында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
«Әс-сәләм» дуҫтарын йыя кисәһе күмәкләп «Ихлас» сүрәһен уҡыуҙан башланы. Изге ниәт, яҡшы теләк менән берләшеп коллектив ҡылған доғаның ҡөҙрәте киң. Ул асмандарға етеп һәр саҡ бойомға аша, тигән фекерҙә ғүмере буйы ураҙа тотоп, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған мабуғат ветераны Зәкиә Ураҙбаева.
Диндар ханымдар Рамаҙан айын рухи яҡтан әҙерләнеп ҡаршы алған һәм ураҙаға баҫҡан. «Мөбәрәк айҙың тәүге ун көнө – рәхмәт, урталағы унауһы – мәғрифәт йәки йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр», – тигән пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ифтар мәжлесенә саҡырылған табип-терапевт та ай буйына ашамай ураҙа тотоуҙың кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһон юғары баһалай.
Рамаҙан айы,ашауҙан тыйылып тороу менән бергә , изге ғәмәлдәр ҡыла торған ваҡыт та. Динебеҙ был осорҙа боҙоҡ эштәрҙән, харам аҙыҡтан тыйылырға өндәй.Ураҙа тотоуҙың төп нигеҙҙәре – рухи таҙарыныу, үҙеңде тыныс һәм ипле тотоу, мәрхәмәтлек итеү, яҡындарың хаҡында хәстәрлек күреү. Был мәңгелек ҡиммәттәр беҙҙең йәшәйешебеҙҙе тағы ла күркәмерәк итә, сағыу тәьҫораттар менән байыта.
Осрашыуҙа «Шамонин» ауылы ағинәйҙәре башҡарыуында дини мөнәжәттәр яңғыраны. Ифтарға йыйылған гүзәл заттар ил-еребеҙгә именлек, бала-сағаларға тәүфиҡ, ғаиләләргә хәйерле-бәрәкәтле ғүмер теләп доға ҡылды.
Дингә һәр кем үҙ юлы менән килә. Бормалы урау юлдарҙа аҙашып йөрөүселәрҙе «Әс-сәләм»дини- мәғрифәт гәзитен сығарыусылар мөмкин тиклем изге ғәмәлдәргә яҡынайтырға тырыша. Дини теманы яҡтыртыусы журналистарҙың маҡсаты – дин, әҙәп, әхлаҡ ҡиммәттәренең ҙур көскә эйә икәнен аңлатыу.
Гүзәл Борханова