Башҡортостанда инвесторҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өҫтөнлөклөләр исемлегенә ингән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн льготалы кредит бирелә. Инвесторҙарға инженер инфраструктураһы булдырыуға өсөн компенсация түләнә һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған. Бынан тыш, беҙҙең республикала махсус административ район булдырыу ҡарала. Бында теркәлгән компаниялар өсөн һалым ташламалары була. Әле тейешле заявка әҙерләнә, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығынан.