Башҡортостандан Донбасҡа тағы бер ылау оҙатылды

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”. Бөгөн Өфөнән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына бишенсе гуманитар ылау юлланды. Уны оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров автомобиль водителдәренә һәм ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров гуманитар ярҙам күрһәткән хәйриәтселәргә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Советының Генераль секретары  Андрей Турчактың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  Уны алыусыларҙың береһе шәхси эшҡыуар Марат Вәлиев:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Гуманитар ярҙам колоннаһы 7 автомобилдән тора. Ул Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ике көндә барып етә. Машиналарҙы юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары оҙата.