Сертификацияны Компетенциялар федераль үҙәге уҙғара. Ул «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡаралған. Төбәктә милли проектта 130 ойошма ҡатнаша. Предприятиеларҙы федераль эксперттар тәүҙә дистанцион ҡарай, һуңынан килеп тикшерә. Эксперттар Белореттағы «ДЕКА-С» һәм Өфөләге «Прометей» ойошмаларында булған.
2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан төбәк проекттары күрһәткестәрен арттырып үтәгән. Шулай уҡ милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса илдәге өс төбәк исемлегендә, тиелде Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған йыйылышта.
Программа илдә 2018 йылдан бирле эшләй. Уның ярҙамында Рәсәйҙәге хеҙмәт етештереүсәнлеген 2024 йылғаса 5 процентҡа арттырыу күҙаллана.
Рәмилә Исмәғилева