Өфө предприятиеһы азот компрессоры етештереү күләмен арттырмаҡсы

Бындай компрессор станцияһын һәр бер газ заправкалау станцияһында күрергә мөмкин. Уларҙың төп тәғәйенләнеше торба буйлап бирелгән газды таҙартыу һәм киптереү. Был газ һуңынан 250 тапҡыр ҡыҫылып баллондарға тултырыла. Өфөләге предприятие ике төрлө компрессорҙар етештерә. Азотлыһы нефть-газ етештереү сәнәғәтендә, ә икенсеһе метан менән эшләгәне заправкаларҙа ҡулланыла.

Нефть һәм һәм газ скважиналарында, газүткәргестәрҙә шартлау һәм янғындар булдырмау маҡсатында азот ҡулланыла. Азот ошо компрессор станцияһы аша атмосферанан алына. Был компрессор ай эсендә ҡорола һәм һынауҙар үтә.

Завод йылына 50 әҙер ҡулайлама етештерә. Әлеге ваҡытта азот компрессорҙары метанлыға ҡарағанда күберәк сығарыла. Әммә предприятие киләсәктә етештереү күләмен 50/50 иҫәбенә арттырырға ниәтләй.

Ә был станцияның йөрәге. Ошо компрессор ярҙамында газ көслө баҫым ярҙамында ҡыҫыла. Был өлгө тулыһынса үҙебеҙҙә етештерелгән һәм сит ил аналогтарынан һис кенә лә ҡалышмай, ти, етештереүселәр.

Беҙ импортты алыштырыу менән етди шөғөлләнәбеҙ, илебеҙ был йүнәлештә эшләүҙә ваҡытында йүнәлеш бирҙе. Импорт комплекттары менән проблемалар бар, әммә беҙ үҙебеҙҙә сығарылған комплекттарҙы көндән-көн күберәк ҡулланабыҙ. Донъяның алдынғы илдәрендәге предприятиелар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ.

Вадим Дәминев, Өфө компрессор заводы директоры

Һуңғы ике йылда ғына предприятие ике мәртәбә дәүләт ярҙамы алған. Тәүгеһе пандемия башланған 2020 йылда. Эпидемиологик хәл киҫкенләшкәндән һуң Башҡортостан Хөкүмәте инфекция госпиталдәре өсөн кислород станцияларын етештереү өсөн сығымдар бүлгән. Заводтың үҙ конструктор бюроһында белгестәр проекттар эшләү менән мәшғүл.

Санкциялар индерелгәндән алып предприятие комплекттар менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар мәсьәләһенә юлыға. Сәнәғәт министрлығында илебеҙҙә булған альтернатив деталдәр әҙләү буйынса эш яйға һалына. Шулай уҡ күрше төбәктәр менән дә хеҙмәттәшлек юлдары барлана. Компрессор заводында сит ил комплектацияһына өҫтөнлөк биреүсе клиенттар хәҙер Рәсәй запас частарендә етештерелгән ҡорамалдар менән күберәк ҡыҙыҡһына тип белдерҙеләр.

Гүзәл Борханова