Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына геоматериал менән рекультивация яһаласаҡ

Геоматериал Өфөләге «Полимак» ойошмаһында етештерелә. Бығаса ҡулланыусыларҙың 99 проценты сит төбәктәрҙән булһа, быйыл уны үҙебеҙҙә файҙалана башлау ҡарала. Тәүге заказ Баймаҡтан. Ике йыл элек асылған ойошмала айына 250 мең квадрат метр материал сығарылһа, тиҙҙән был һан ике тапҡырға арта, сөнки Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды ярҙамында производствоға тағы бер линия һатып алынған.

Беҙҙең материал Көнсығыш космодромында ла йәйелгән. Беҙ етештереү ҡеүәтен көсәйтер өсөн Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан ярҙам һораныҡ. Яңы ҡоролманы ташламалы займ менән һатып алыуға ирештек. Яңы линия май айында эшләй башлай.

Рөстәм Мирғәзәмов, «Полимак» ойошмаһының коммерция директоры

Рәмилә Исмәғилева