Башҡортостанда «Атайсал» программаһы сиктәрендә 5 мең ярымдан ашыу эш башҡарылған

Проектта Мәсетле районы вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә. Шишмәләр, юлдар төҙөкләндерелә, иҫке биналар яңыртыла. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Республикала «Атайсал» программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан бирле Мәсетле районында 8 күләмле эш башҡарылған. Кесе Ватанына ярҙам итеүселәр араһында Фәниә Тәхәүетдинова айырым урын биләй. Замандашыбыҙ оҙаҡ йылдар Екатеринбург ҡалаһында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған Ишәле ауылында төпләнә. Тәүҙә эште иман йортон төҙөүҙән башлай. Изге ниәт ауылдаштар араһында ла хуплау таба.

Мәсет менән бергә Фәниә Тәхәүетдинова икмәкхана асыу идеяһын да күтәреп сыға. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Бөгөн Ишәле ауылының үҙ предприятиеһы бар. Заманса производство һәм биш урынға иҫәпләнгән эш урыны булдырылған. Фәниә Тәхәүетдинова бар эштәрҙе лә улдары менән бергә башҡара. Ханымдың маҡсаты икмәк бешереүҙе яйға һалыу ғына түгел, халыҡ традицияларын да һаҡлау.

Төшкән килемде лә улар Кесе Ватандарына файҙа килтергән эштәргә тотона. Мәсет төҙөлөшөнә, ауыл мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлауға, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәйкәлгә һәм башҡа объекттарға миллиондарса һум аҡса йүнәлтелә. Хәлдәренән килгәнсе ауылдаштар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Иң мөһиме Атайсалдарын мәсетлеләр бергә күтәрә.

Азат Ғәлиуллин