Башҡортостан «Сәләмәт республика» акцияһы дауам итә

Башҡортостан буйлап «Сәләмәтлек поездары» хәрәкәт итә. Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә табиптар Белорет районында эш башланы. Мобиль медицина пункттарында халыҡҡа күп яҡлы ярҙам ойошторола.

Тәгәрмәсле дауаханала урындағы халыҡ флюрография, маммография тикшереүе үтеп, анализдар тапшырҙы, төрлө йүнәлештәге табиптарға күренде. «Сәләмәтлек поездары»нда кардиолог, акушер-гинеколог, невролог, стоматолог кеүек белгестәр ҡабул итә. Ауыл халҡы өсөн медицина хеҙмәттәре бушлай ойошторола.

Сәләмәтлек поезы беҙҙең өсөн бик уңайлы, сөнки дауаханаға район үҙәгенә барырға түгел. ЭКГ үтеп, кардиологҡа күрендем. Медицина хеҙмәттәренән ҡәнәғәт ҡалдым.

Ләлә Әбүбәкирова

Флорида Ким