Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 19 апрелгә медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалыуға борсолоп 15 кеше, шул иҫәптән, 3 бала, мөрәжәғәт иткән.
Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк. Республикала йыл һайын эпидемик миҙгелдә 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше талпандан тешләнә. Былтыр 16 кешелә талпан энцефалиты раҫланған. Ведомство хеҙмәткәрҙәре талпандар уянған мәлдә граждандарҙы уяу булырға кәңәш итә.
Баш ҡалала сквер, парк һәм башҡа халыҡ күп йөрөгән урындарҙы талпандарҙан эшкәртеү 24 апрелдә башлана.
Рәзилә Ғиниәтуллина