Республика 1 апрелдән “Йәшел яҙ” тип аталған Бөтә Рәсәй экология марафонына ҡушылды

Таҙалыҡ көндәре, өмә һәм акциялар ойошторола. Быйыл беренсе тапҡыр “Тәгәрмәс” тип аталған яңы акция үткәрелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм уҡыусылар, шулай уҡ халыҡ биләмәләрҙе сүптән таҙартыуҙа әүҙем ҡатнаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

23 апрелдә республикала дөйөм ағас ултыртыукөнө.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, район һәм ҡалаларҙа 40-ҡа яҡын яңы аллеяға нигеҙ һалыу ниәте бар. Өмә барышында 52 мең самаһы ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала.