Бүздәктә Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған лейтенант Максим Ядровты һуңғы юлға оҙаттылар

Хушлашыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров, вице-премьер Ирек Сәғитов, геройҙың яҡындары, яҡташтары ҡатнашты. "Максим Ядров танк взводы командиры ине, геройҙарса һәләк булды. Ата-әсәһе кисергән ауырлыҡты аңлай алмаҫбыҙ, әммә уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, лейтенант, дан һиңә, герой", тине Радий Хәбиров. Максим Ядров һәләк булғандан һуң генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров награданы уның атаһына тапшырҙы.