Бөгөн Рәсәйҙә Донор көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә “Автомотодонор” сәфәре һәм ҡан тапшырыу акцияһы ойошторолдо. Унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Республика ҡан тапшырыу станцияһының бүлек мөдире Артур Мусин һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөнән Жамиға Борханова “Рәсәйҙең почетлы доноры исеменә лайыҡ. Ул 58 тапҡыр ҡан тапшырған. Бөгөнгө акциянан да ситтә ҡалмаған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНадежда Фоменко үҙ ғүмерендә 244 тапҡыр ҡан тапшырған. Бөгөнгө сарала уға Рәхмәт хаты бирелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠан тапшырыу акцияһында “Юлдаш” радиоһынан коллегаларыбыҙ ҡатнашты. Өфөлә Республика ҡан тапшырыу станцияһы эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө бергә тиклем эшләй. Стәрлетамаҡ, Окябрьский, Бөрө, Белорет, Нефтекама, Күмертау, Сибай ҡалаларында филиалдар бар.