Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған Башҡортостан егетен һуңғы юлға оҙаттылар

Бүздәктән Максим Ядровты ерләү алдынан ойошторолған матәм митингында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк башлығы әйтеүенсә, ил именлеге, беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн йәнен йәлләмәгән егеттәрҙең исеме халыҡ хәтерендә мәңгегә уйылып ҡаласаҡ. Илһөйәр, рухлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе дәүләт яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, тине төбәк башлығы.

Ул бала сағынан уҡ хәрби һөнәргә ынтыла. Үҫмерҙәргә хас икеләнеүе лә булманы, ти уның класташтары. Бүздәктә гимназия тамамлау менән Ҡазандағы танк команда училищеһына уҡырға бара.

Ҡазанда уҡығанында ул бөтә донъяға танылған танк биатлонында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Тик яҡшыға ғына өлгәшкән, үтә лә яуаплы, бар сараның да үҙәгендә ҡайнаған егетте башҡа юл һайлар тип уйламаныҡ та, ти Максимдың уҡытыусылары. Ул аңлы рәүештә үҙ ғүмерен хәрби һөнәргә, тыуған илде һаҡлауға бағышлай.

Ҡыҙғаныс, Максимдың ҡағыҙға яҙған хыялдары тормошҡа ашмаясаҡ. Былтыр ғына хәрби һөнәр алып сыҡҡан егет Ҡырымдағы танк частәрендә хеҙмәт итә һәм тәүге көндәренән үк махсус операцияға йәлеп ителә.

Мин Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаштым. Бәлки, миңә оҡшарға теләптер улым да хәрби хеҙмәт юлын һайланы. Мин бер ҙә ҡаршы килмәнем. Оло юғалтыу әлбиттә, әммә мин улым менән сикһеҙ ҡорурланам.

Андрей Ядров, Максим Ядровтың атаһы

Уның ҡаһарманлығы ил тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Республика башлығы әйтеүенсә, илһөйәр, рухлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе лә дәүләт яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Максим Ядров үлеменән һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров урындағы властарға Лейтенант Ядровтың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Айнур Кәбиров