Профилактик сара сиктәрендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында эвакуация ойошторолдо. Ҡотҡарыусылар медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән инструктаж үткәреп, ут сыҡҡан осраҡта бинанан сығыу юлдарын барланы.
Хеҙмәткәрҙәр алдында янғын ваҡытында пациенттарға ярҙам итеү бурысы ҡуйыла. Бынан тыш, матди-техник базаны һаҡлау, уялыҡты юғалтмау мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтелде.
Флорида Ким