Йыл һайын төрлө йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өйҙәренә барып медицина тикшереүе үткәрә. Дауаханаға йөрөү ҡатмарлы булған оло йәштәгеләр өсөн был бик уңайлы мөмкинлек. Бөгөн госпиталь табиптары – травматолог, окулист, хирург һәм гериатр кеүек белгестәр Өфөлә йәшәүсе Родион Лобановҡа барҙы.
Родион Лобанов 17 йәшендә снайперҙар мәктәбенә ебәрелә. 1942 йылдың декабрендә Ленинград фронтына эләгә. 1944 йылдың февралендә Эстония сигендә контузия ала. Һуғыш яугирҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Тыныс тормошта ул хәләл ефете менән 75 йыл бергә донъя көтә. Бөгөн Лобановтарҙың тиҫтәләп ейән-ейәнсәре бар.
Азат Ғәлиуллин