Башҡортостанда «Апимондия» халыҡ-ара форумы урынына «Апидонъя» сараһы ойошторола

Башҡортостанда «Апимондия» халыҡ-ара форумы урынына «АпиДонъя» сараһы ойошторолаРәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәрҙең умартасыларын берләштергән форум сентябрҙә үтә.

Халыҡ-ара майҙансыҡта балсылар, технологтар, ғалимдар, продукцияны эшкәртеүселәр аралашып уртаҡ маҡсаттар билдәләргә иҫәп тота. Белгестәр әйтеүенсә, сара Башҡортостандың бал сәнәғәтен һәм экспорт тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Өфөлә үтәсәк форум умартасылыҡ буйынса тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла булып тора. Сарала эшлекле осрашыуҙарҙан тыш, күргәҙмә , төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу күҙаллана. Форумға эҙерлек сиктәрендә республикала бал продукцияһының сифатын баһалау буйынса лаборатория асыу мәьәләһе лә ҡарала.

Былтыр ғына төбәктә 7 мең тонна бал продукцияһы һатыуға сығарылды. Был күләм урта күрһәткестәрҙән бер меңгә күберәк булды, шуға ла балдың хаҡы төштө. Быйыл 6 – 6500 тонна бал алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Көндәрҙең иртә йылытыуы балсылар өсөн бик ҡулай.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Флорида Ким