«Тормош өсөн» тип исемләнгән зооһаҡсылар төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары был эште киләһе ике-өс айҙа атҡарып сығырға ниәтләй. Шулай уҡ берләшмә ағзалары Өфөгә яҡын районда берәҙәк эттәрҙе даими тотоу урыны ойоштороу теләге менән яна. Пландар ҙур ҙа бит. Тик уларҙы нисек тормошҡа ашырырға? Яңы ғына булдырылған ойошма башланғысы менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡыҙыҡһынды.
Өфөлә көн һайын махсус хеҙмәттәр тарафынан тиҫтәләп берәҙәк эт аулана. Хайуандар шунда уҡ приютҡа оҙатыла. Әммә бында улар ваҡытлыса ғына тотола, артабан йәнә иреккә, шул уҡ мөхиткә ебәреләләр. Белгестәр билдәләүенсә, хәүеф кәмемәй. Хужаһы юҡтар кешегә ташланған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Эвтаназия иһә күптән тыйылған.
Берәҙәк эттәр өсөн даими йәшәү урыны - приют талап ителә. Был турала Башҡортостан зооһаҡсылары журналистар менән осрашыуҙа билдәләне. Ҡануниәткә үҙгәрештәр индереп, башланғысты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә генә тормошҡа ашырырға мөмкин.
«Тормош өсөн» зооһаҡсылар йәмәғәт ойошмаһы етәкселеге журналистар менән осрашыуҙа мотлаҡ рәүештә хужалы эттәр араһында иҫәп алыу үткәреү кәрәклеген дә билдәләне. Сөнки күп осраҡта кешеләрҙең яуапһыҙлығы, битарафлығына бәйле хайуандар урамға сығарып ташлана. Халыҡҡа был күренештең кире эҙемтәләре тураһында аңлатыу эше ойоштороу мотлаҡ.
Былтыр берәҙәк эттәрҙең иҫәбен алыу башланғысы менән Татарстанда ла сығыш яһағайнылар. Тик ҡарауһыҙ ҡалғандарҙың теүәл һанын белеү проблеманы тулыһынса хәл итмәҫ, күрәһең. Даими йәшәү урыны булдырғанда ла, приютҡа барыһын да һыйҙырыу мөмкин түгел. Ни тиһәң дә, меңәрләгән эт бөгөн урамда хужаһыҙ йөрөй. Контролде көсәйтеүҙән бигерәк халыҡ та киҫкен мәсьәләгә аңлап ҡарарға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина