Халыҡ шағирының әҫәрҙәре халыҡ күңелендә

Башҡорт дәүләт университетында бөгөн Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы үтте. Сара Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡыусылары араһында «Студент фәне көндәре» сиктәрендә ойошторолдо. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рәми Ғариповтың «Ҡурайҡайға» шиғыры. Был әҫәр Милли уйын ҡоралына дан йырлау ғына түгел, ә тотош башҡорт халыҡ ижадын һыйҙырған. Баймаҡ ҡыҙы Азалия Нарынбаева өсөн ул танһыҡ тип әйтергә була. Юҡҡа ғына бәләкәйҙән халыҡ гәүһәрҙәрендә тәрбиәләнгән ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте республика олимпиадаһы еңеүсеһе тип танылмаған.

Ә Шишмә районы ҡыҙы Айһылыу Ғәймәлованың «Тимер юлы» шиғырын һайлауы осраҡлы түгел. Сөнки, ул үткән йәй Рәсәй тимер юлдарында эшләп алған.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы ҡатнашыусылары сараға етди әҙерләнгән. Тимер юлы проводнигы булһынмы, йә ялан сәскәләре йыйып йөрөгән ҡыҙмы, бесәнгә килгән егеттәр булһынмы. Барыһы ла һайлаған әҫәрҙәренә тап килтереп кейенеп килергә тырышҡан. Араларында шағир шиғырҙарын йырлаусылар ҙа табылды. Студенттарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары баһаланы.

Әйткәндәй, республикала әсә телен һөйөүгә бәйле саралар дауам итә. 23 апрелдә үтәсәк «Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант» шуларҙың береһе. Ул быйыл да онлайн һәм офлайн форматта ойошторолор тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин