Санкцияларға ҡаршы беренсе пакет иҡтисадҡа ярҙам итеүҙең 178 сараһын үҙ эсенә ала. Дөйөм сумма – 55 миллиард һумдан ашыу. Был турала бөгөн иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Төбәктең артабанғы үҫешенә арналған брифинг БЮТ каналының эфирында үтте. Преференциялар барлыҡ өлкәләргә лә ҡағыла, шуларҙың береһе ауыл хужалығы. Бюджеттан төрлө гранттарға 4 миллиард һум бүленә, шул иҫәптән сумманың бер өлөшө сит илдәрҙән тоҡомло малдар һатып алыуҙан баш тартыу өсөн эре малдар генетикаһы үҙәген төҙөүгә.
Бынан тыш, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 1 миллиард, сәнәғәт секторы һәм алдынғы предприятиеларҙы дәртләндереүгә 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Республика Хөкүмәте санкцияларға ҡаршы документты эшлекле берләшмәләр, банк структуралары һәм алдынғы предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә әҙерләне.
Ярҙамдың иң ҙур күләме торлаҡ-төҙөлөш секторына йүнәлтелә. Ул 30 миллиард һумдан ашыу. Ярҙам ташламалы ипотека кредиты программаларын ғәмәлгә ашырыуға, шулай уҡ алданған өлөшсөләр өсөн торлаҡ төҙөүгә финанс ресурстары бүлеүгә ҡағыла.