Белем усаҡтарының өсәүһе Өфөлә, ҡалған икәүһе Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала урынлашҡан. Йәйге каникулда ла ғалимдар уҡыусыларҙы ғилемгә ылыҡтырыу эшен дауам итә.
Сираттағы осрашыу баш ҡаланың 93-cө физика-математика лицейында ойошоролдо. Белгестәр химия өлкәһендәге яңы асыштар, кешенең тән һәм үҫемлектәр күҙәнәктәре тураһында лекция уҡыны, төрлө лаборатор тәжрибәләр уҙғарҙы.
Ғалимдар 7-11-cе синыф уҡыусылары өсөн асыҡ дәрестәр ойоштороп, уларҙы ғилми тикшеренеүҙәргә йәлеп итә, профилле фәндәр буйынса Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлендәге төрлө олимпиада, конференцияларға әҙерләй. Проект һәләтле балаларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән, үҙенә күрә профиориентация. Әйткәндәй, Рәсәй фәндәр академияһының база йөҙҙән ашыу мәктәбе илдең башҡа төбәктәрендә лә эшләй.
Гөлназ Хәйбуллина