Башҡортостан Башлығы осрашыу һөҙөмтәһе булараҡ Рәсәй сит илдәр министрлығы менән Тегеранда Башҡортостан сауҙа вәкиллеген асыу тураһында һөйләшеү башланыуын хәбәр итте.
Шулай уҡ республикалар араһында тура авиабәйләнеш булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала. Эксперттар Иран менән хеҙмәттәшлек киңәйеүен юғары баһалай.