Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары өсөн сираттағы партия гуманитар йөк әҙерләнә

Изге эшкә Башҡортостандың бар төбәктәре лә әүҙем ҡушылған.

Был юлы яҡташтарыбыҙ «Донбассҡа – китаптар» акцияһы сиктәрендә уҡыу әсбаптарын йыйыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Баҫма материалдар йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәр исемлегенә инмәгән, әммә уға ихтыяж ҙур, ти сараны ойоштороусылар.

Сөнки Украина властары уҙған йылдарҙа рус телендәге баҫмаларҙы махсус рәүештә юҡ итеү өҫтөндә эшләгән. Китаптарҙан тыш, Башҡортостанда йәшәүселәр Донбасс халҡы өсөн аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, түшәк кәрәк-яраҡтары, макарон изделиелары туплаған.

Башҡортостан төбәктәрендә йыйылған әйберҙәр Өфө районындағы «Башсельхозтехника» предприятиеһы базаһында туплана. Көн һайын бында ҡала-райондарҙан йөк тейәгән ике тиҫтәләп машина килә. Мәҫәлән, Белорет районы эшҡыуарҙарының береһе Донбасста йәшәүселәргә 50 килограмм башҡорт балы оҙатҡан. Ә инде ылауҙы бушатыу һәм уларҙы туплау эшенә ирекмәндәр йәлеп ителгән.

Илдар Байбулатов