Бөгөн баш ҡаланың «Ижад» күргәҙмәләр залында сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Быға тиклем сара Учалы районы ауылдарында ойошторолһа, был юлы ул Өфө майҙансыҡтарын иңләй. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Шулай ҙа биҙәү-ҡулланма сәнғәте белгестәре традицион нигеҙҙән тайпылмаҫҡа кәңәш итә. Юғиһә, милли стилдең бөтөнләй Европа модаһына инеүе ихтимал. Шунлыҡтан фәнни эштәргә, китаптарҙа бирелгән өлгөләргә ҡарап, йә бөгөнгө махсус ойошторолған оҫталыҡ дәрестәренән өйрәнеү кәрәк, тип иҫәпләнә.
Ә Бөрйән районы ҡыҙы Гөлсөм Хөсәйенованы оҫталыҡ дәресе Ҡурған башҡорттарының милли кейеменә булған ҡыҙыҡһыныу алып килгән. Сарыҡ был өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең айырылғыһыҙ биҙәге. Ул шулай уҡ Силәбе башҡорттарында ла һаҡланып ҡалған. Ә Башҡортостандың Учалы, Белорет, Әбйәлил һәм Баймаҡ районының төньяҡ өлөшөндә өҫтөнлөк итә.
Сарыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен белгес Гүзәл Мостафина алып барҙы. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы аяҡ кейемен эшләү технологияһын ғына түгел, уның тәғәйенләнешен, баҫылған орнаменттарға тулы аңлатма бирҙе.
Сөнки, башҡорттоҡо ла бит тарих менән нығытылған. Ә ул быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Ерле халыҡ бөгөн дә халыҡ традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп илһамланып ижад итә. Ҡарап эшләр боронғо өлгөләр ҙә етерлек. Улар илдең күп кенә музейҙарында һаҡлана.
Азат Ғәлиуллин