Тәтешлелә Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Тәтешле районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә экспозиция асылды.

“Онотолор тимә” тип аталған экспозиция залы йырсының тормошона һәм ижадына арналған. Бында уның фотоһүрәттәре, сәхнә костюмдары, иҫтәлекле бүләктәре, концерт афишалары, шәжәрә ағасы һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттар һаҡлана.

“Мәҙәни мөхит» проекты сиктәрендәге музейҙа айырым зал булдырыуға Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина ла күп көс һалған. Әле ул үҙе музей буйлап экскурсиялар ойоштора. Быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә тыуған төйәгендә һәйкәл асыу һәм йыр конкурсын үткәреү күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова