Был турала Радий Хәбиров муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының 12-се съезында белдерҙе. Район кимәлендәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән республика программаһы быға тиклем дә эшләй ине һәм уның күләме ун миллион һум булды.
Быйыл да иҡтисади йәһәттән еңел түгел, әммә райондар ярҙамды аласаҡ, тине Радий Хәбиров. Муниципаль берәмектәрҙе тағы ниндәй дәүләт ярҙамы һәм үҙгәрештәр көтә? Айнур Кәбиров репортажы.
Ҡеүәтле, күп функциялы, заманса техниканың капотында билдәле Рәсәй ҡалаһы исеме. Техника Белоруссияныҡы, ә йыйыу процессы беҙҙең илдә. Был иһә ике илдең иҡтисад, машиналар эшләү өлкәһе интеграцияһының бер өлгөһө. Башҡортостан өсөн дә коммуналь техника һатып алыу паркты яңыртыу ғына түгел. Байтаҡ илдәр менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп, һатыулашыу көрсөккә терәлгән мәлдә импортҡа алмаш, альтернатив юлдар табылыуға тәүге сигнал.
Һәм был тенденция республика тормошоноң һәр өлкәһендә лә күҙәтелергә тейеш. Йәшәйеш шарттары идара эшенә төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тап ошондай осорҙа муниципаль берәмектәр съезы мөһим сара.
Район, ҡала һәм ауыл башлыҡтары менән осрашып сәғәттәрҙе көйләү , эш алымдарын барлау республикала һөҙөмтәле ғәҙәткә әйләнгәйне. Әммә пандемия был йүнәлешкә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Һөҙөмтәлә төпкөлдәрҙә проблемалар ҙа арта. Хәйер, күбеһе йылдан-йылға күсә килгәндәре.
Быларҙың барыһы ла аҡсаға барып төртөлә. Дөрөҫөрәге, уларҙың аҙ булыуына. Күп кенә муниципалитеттар төбәк, федераль ҡаҙнаға ғына ҡарап тора.
Республика етәкселеге лә хәлде яҡшы аңлай. Тотош илдә хәл яҡшынан түгел. Әммә Радий Хәбиров райондарға ярҙам итеү мөмкинлеген табасағын белдерҙе. Быйыл мәҫәлән, мниципаль кимәлдәге юлдарҙы яҡшыртыуға һәр район бишәр миллион һум аласаҡ.
Ауыл табибы, уҡытыусыһы, тренеры... Төбәктәрҙә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүсе бер башланғыс та туҡтатылмаясаҡ. Шулай уҡ ихаталар, подъездарҙы төҙөкләндереү программалары ла эшләүен дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Интернетҡа, газға тоташтырыу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Ә иң мөһиме халыҡтың кәйефе. Пандемия, һуңынан махсус операция. Халыҡ өс йылдан ашыу психологик баҫым аҫтында йәшәй. Күптәргә аһ-зарын ишетә белеү ҙә ҙур ярҙам.
Айнур Кәбиров