Дәүләттән эшҡыуарҙарҙы яҡлау саралары һәм ысулдары

Өфө ҡала хакимиәте һәм эшҡыуарҙар советы баш ҡала йүнселдәре өсөн конференция ойошторҙо.

Республикала 126 мең эшҡыуар булһа, уларҙың 57 меңе Өфөлә эшләй. Конференцияға өс тиҫтә йыл дауамында бизнес менән шөғөлләнеүселәр, үҙ эшен бер йыл элек кенә асыусылар һәм тиҙҙән эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәр ҙә саҡырылған. Һикһәндән ашыу тыңлаусы алдында бизнес һәм ҡануниәт өлкәһендә көслө спикерҙар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.

Конференцияның маҡсаты – мәғлүмәт менән сыбарланған ысынбарлыҡта юғалып ҡалмаҫҡа, төп мәғлүмәтте тотоп алып эш барышында ҡулланырға өйрәтеү. Быға тиклем эшҡыуарҙар йома һайын бизнес-ланчтарҙа осрашып тәжрибә уртаҡлашһа, киләсәктә улар өсөн файҙалы кәңәшмәләр йышыраҡ үткәрелер тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова