Өфөлә хоҡуҡ ғилеме буйынса ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Өфөлә «Хоҡуҡты ҡулланыу берҙәмлеген тәьмин итеүҙә Рәсәй Юғары судының суд практикаһы әһәмиәте»нә арналған ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ҡанундар сығарыу һәм суд системаһында эшләгән етәкселек ғалимдар менән осрашып, билдәләнгән темаға докладтар уҡыны, бәхәсле һорауҙар буйынса дискуссиялар ҡорҙо.

Сара барышында суд тәжрибәһенең тарихы, бөгөнгөһө тураһында ла һүҙ барҙы. Ултырышты ойоштороусы булараҡ «Судья» журналы мөхәрририәте сығыш яһаған. Төп ҡунаҡ булараҡ Рәсәйҙең юғары суды судьяһы Сергей АсташОв саҡырыла.

Рәсәйҙең Юғары суды ойошторолоуға йөҙ йыл тулыуға арналған сараның практик әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Сөнки хоҡуҡты ҡулланыу берҙәмлеген тәьмин итеү темаһы һәр ваҡыт актуаль. Суд сығарған ҡарар процеста ҡатнашыусыларға ғына ҡағылмай, ул гражданлыҡ, административ, енәйәт хоҡуғында ла хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ярҙам итә.

Сергей Асташов, Рәсәйҙең Юғары суды судьяһы

Бөгөн ҡануниәткә даими үҙгәрештәр индерелә. Ҡайһы бер нормалар хоҡуҡты ҡулланыусылар өсөн дә аңлашылмауы ихтимал. Шуға күрә Рәсәйҙең Юғары суды алып барған аңлатыу эштәре, ҡарарҙар сығарыу тәжрибәһе судтар өсөн оло практик әһәмиәткә эйә. Хаталарҙан аралай.

Татьяна Писарева, Башҡортостандың судьялар советы рәйесе

Гөлназ Хәйбуллина