Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғында «Еңеү йөҙҙәре» тип исемләнгән шәхси күргәҙмә асылды

Экспозиция авторы билдәле фотохәбәрсе, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вячеслав Стрижевский. Мәскәүҙә тыуған замандашыбыҙ Башҡортостан тарихын байытыуға бик күп өлөш индерә. Ул ике тиҫтәләп фотокитап авторы. Ә күргәҙмәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Вячеслав Стрижевский үҙе лә һуғышы осоро балаһы. Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын ул үҙ ғаилә миҫалында күрә. 1942 йылда атаһы хәбәрһеҙ юғала, әсәһе, туғандары менән Мәскәүҙән Башҡортостанға эвакуациялана.

Шуға ла, замандашыбыҙҙың тап фотохәбәрсе булып китеүе осраҡлы түгел. Юҡҡа ғына ул һәр эшен новелла яҙыуға тиңләмәй. Башҡорт әҙибе, фронтовик Мостай Кәрим менән 1965 йылда дуҫлаша. Һәм шағирҙың шәхси фотографы булыуға өлгәшә, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Хатта, билдәле шәхестең юбилей миҙгелендә айырым күргәҙмә ойоштора. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевты ла Вячеслав Стрижевский яҡындан белә. Экспозицияға сығарылған дүрт тиҫтәләп эш араһында легендар шәхес шулай уҡ төп урынды ала.

Был фотоны мин Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә төшөргәйнем. Ул көндө бөгөнгөләй хәтерләйем. Мәсет имамынан ҡунаҡтар араһында һуғыш ветерандарының булыуын һорауым булды, оло йәштәрҙәге ир уҙаман еләнен һалды. Ә күкрәгендә шау орден-миҙалдар. Йәмәғәтселек шул тиклем таң ҡалды, хатта күҙҙән йәштәр атылып сыҡты.

Вячеслав Стрижевский, Григорий Аксаков ордены кавалеры

Ғөмүмән, Вячеслав Стрижевскиҙың эштәре тотош ил тарихын сағылдыра. Ул «Ағиҙел өҫтөндәге ҡала», «Галле - Башҡортостан», «Завод тураһында һүҙ» кеүек ике тиҫтәләп фотокитап баҫтырыуға өлгәшә. Ә бөгөнгө күргәҙмәне ул Миңлеғәле Шайморатовтың яҡташтарына арнаны. Әйткәндәй, сара сиктәрендә 14 йәшен тултырған егет-ҡыҙҙарға паспорт тапшырыу тантанаһы ла үтте.

Вячеслав Стрижевскиҙың «Еңеү йөҙҙәре» күргәҙмәһе Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә май аҙағына тиклем дауам итә. Фотолар кире Өфөгә ҡайтарылмай, ә легендар комвидтың тыуған яғына автор бүләк итеп ҡалдыра.

Азат Ғәлиуллин