Республика ауылдарында Бөйөк Еңеүҙең 77-йыллығына арналған рус һәм башҡорт фильмдары күрһәтелә

Киномобиль сәфәрҙә. Республика ауылдарында Бөйөк Еңеүҙең 77-йыллығына арналған рус һәм башҡорт фильмдары күрһәтелә. Акцияны Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» кионстудияһы ойоштора. Әле «Өс хат» һәм «Тәүге Оскар» картиналары прокатҡа сыҡҡан. Проекттың төп маҡсаты – ай дауамында төпкөл ауылдарға ла барып етеп патриотик кинотаҫмалар күрһәтеү.

Акцияның тәүге көнөндә үк Хәйбулла районының «Бөркөт» кинозалында ҡыҫҡа метражлы картиналар күрһәтелде. Руслан Юлтаевтың «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» һәм Роман Пожидаевтың «Саптар» фильмдарын мәктәп уҡыусылары яратып ҡараны.

Әлфинә Килдейәрова