Башҡортостандың баш ҡалаһына эстафетаны Алтай крайының Бийск ҡалаһы тапшырҙы. «Торатау» конгрес холы алдында ойошторолған концертта илдең билдәле рок музыканттары, республиканың сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусыларҙы республика башлығы ла тәбрикләне. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концертты БЮТ каналының ижади төркөмө лә тамаша ҡылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Конгрес-холл алдындағы майҙанда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Бында оло быуын вәкилдәрен дә, йәштәрҙе лә күрергә мөмкин. Тотош республикаға билдәле шәхестәр ҙә, ябай халыҡ та күп. Кешеләрҙең дәррәү йыйылыуы танылған сәхнә йондоҙҙарының сығышы менән генә бәйле түгел, был марафон илһөйәрлек рухы менән һуғарылған.
«Рәсәй өсөн» марафоны илдең Үҙәк, Төньяҡ-көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер округтарынан 30 ҡаланы үҙ эсенә ала. Башҡортостандың баш ҡалаһы эстафетаны Алтай крайының Бийск ҡалаһынан ҡабул итте. Радий Хәбиров сарала сығыш яһап, халыҡты берҙәм булырға һәм махсус операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары хаҡында ихлас хәстәрлек күрергә саҡырҙы.
Башҡортостан тамашасылары алдында илдең легендар рок төркөмдәре»Ва-Банкъ» һәм «СерьГа» сығыш яһаны. Тамашасылар данлыҡлы артистар Александр Скляр, Сергей Галанин етәкселегендәле музыканттарҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Марафонда ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың билдәле сәхнә йондоҙҙары ла бар. Концерт программаһын Зәйнетдин этно-рок төркөмөнөң, Карина Низамованың һәм башҡа йырсыларҙың сығыштары биҙәне.
Мәҙәни саралар ғына түгел, Башҡортостан Донецк һәм Луганс халыҡ республикаларына гуманитар ылауҙар менән дә, медицина хеҙмәткәрҙәре менән дә ярҙам итә. Өфөнөң 13-сө дауаханаһы бүлеге мөдире, табип-рентгенолог Гүзәл Ямалова Донбас дауаханаһында ирекмән булып эшләп ҡайтҡан.
Концертты «Беҙҙең йөрәк нуры» тигән Бөтә Рәсәй эстафетаһы йомғаҡланы. Ул бер ҡаланың энергияһын икенсе ҡалаға тапшырыуға һәм дуҫлыҡты, изгелекте, мәрхәмтәлелекте данлауға йүнәлтелгән. Өфө эстафетаны Новокузнецк һәм Магнитогорск ҡалаларына тапшыра.
Йөрәктәр өсөн бик, күңелдәр өсөн сик юҡ. Ил халҡы ошо ҡатмарлы шарттарҙа илһөйәрлектең, берләшеүҙең мөһимлеген, алғы һыҙыҡтағыларға рухи таяныс булыуҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай. Сөнки беҙ бергә һәм берҙәм булғанда ғына көслөбөҙ һәм бар һынауҙарға ла ҡаршы тора алабыҙ. Ил ҡалаларын бер сылбырға төйнәгән «Рәсәй өсөн» марафоны ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.
Рәмзиә Кәримова