Халыҡ-ара акция йәнә меңдәрсә кешене берләштерҙе. Сараға республика халҡынан тыш, Рәсәйҙең ун биш төбәге, шулай уҡ сит ил вәкилдәре ҡушылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та йәнә Башҡорт дәүләт университетына килеп, белемен тикшереп ҡараны. Милләтте берләштереүсе, туған телгә ихтирам уятыусы байрамдан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллинаның репортажы.
Башҡорт дәүләт университетында телде башлап өйрәнеүселәр өсөн диктант тексын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Аудиторияла ике йөҙгә яҡын кеше. Һәр кемдең күңел түрендә милләт өсөн ғорурлыҡ тойғоһо. Республика башлығы Радий Хәбиров та халыҡ-ара статус алған акцияға ҙур теләк менән ҡушылды.
Аудиторияларҙа байрамса кәйеф хакимлыҡ итте. Күләмле сараны милли кейемдәрҙә килеүселәр йәмләне. Бында тотош башҡорт зыялылары йыйылды, тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Билдәле артистар, яҙыусылар, журналистар йыйылды. Шулай уҡ сарала йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Башҡорт теленән иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн айырым тексттар әҙерләнгәйне.
Юғары уҡыу йортоноң Башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса төп майҙансыҡ итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Сөнки күләмле акцияға тап был стеналарҙа нигеҙ һалынған.
Туған телдәрҙе һаҡлау – тотош ил кимәлендә көнүҙәк мәсьәлә. Федерация Советы башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған проект та оло иғтибарға лайыҡ.
Быйыл диктант яҙыу буйынса мең ярымдан ашыу оффлайн-майҙансыҡ ойошторолдо. Башҡортостандың милли муҙейына килеүселәр ҙә ҡулдарына ручка алып, башҡорт телен данлауҙа ҡатнашты.
Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған акцияла ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Былтыр 322 меңгә яҡын кеше башҡорт теленә һөйөүен белдерһә, быйылғы күрһәткес күпкә юғары булыр тип көтөлә. Хәйбуллалар ҙа диктант яҙыуға дәррәү ҡушылды.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында диктант яҙыу акцияһы асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә үтте. Киләһе уҡыу йылында белем усағына 75 бала ҡабул ителә. Тәүҙә буласаҡ беренселәр сәхнәлә шиғыр һөйләне, концерт ойошторолдо. Һуңынан ата-әсәләрҙе парта артына диктант яҙырға саҡырҙылар.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тамамланды. Барлыҡ эштәр ҙә йыйып алынды. Хәҙер уларҙы тәжрибәле педагогтар, тел белгестәре тикшерәсәк. Ә инде күләмле акцияға рәсми йомғаҡ утыҙ көн эсендә яһала.
Гөлназ Хәйбуллина