Заманса ял биләмәһен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмек вәкилдәре, биҫтә халыҡ ҡатнашты. Радий Хәбиров паркты ҡарап сыҡты, йәмәғтәселек менән аралашты, ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Яңы парктың үҙенсәлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ике йыл элек кенә ташландыҡ хәлдә булған майҙанды хәҙер танырлыҡ та түгел. Биләмә тулыһынса төҙөкләндерелгән, заманса төҫ алған. Тәрән йырындарға тупраҡ тултырылып ағас ултыртылған, һыу һәм канализация селтәрҙәре һалынған, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған. Ә иң мөһиме, был биләмәлә һәр быуындың ихтыяжы иҫәпкә алынған. Өлкәндәргә лә, йәштәргә лә, балаларға ла айырым зоналар ҡаралған. Уйын, спорт ҡаласыҡтары ҡуйылған. Ә яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған фонтан-парктың биҙәге.
Паркка Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почетлы гражданины Рауил Бикбаевтың исемен биреүҙе ошо биҫтәлә йәшәүселәр күтәреп сыҡҡан. Әҙиптең тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы Республика етәксеһенә башланғысты күтәреп алғаны, хуплағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Тап һеҙҙең ярҙам менән башҡаланың белем усағына һәм урамға Рауил Бикбаев исеме бирелде, тине ул. Шағир үҙе тере сағында яҙған һымаҡ, ул китһә лә исеме йәшәй, халҡы, иле менән.
Башҡортостан башлығы паркты асыу тантнаһынан һуң биләмәне ҡарап сыҡты, халыҡ менән аралашты, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, билдәле йәш спортсы Родион Әмиров менән бергә ағас ултыртты. Родион Әмиров ошонда уҡ киләсәген ҙур спорт менән бәйләргә теләгән балалар менән дә осрашты, уларға кәңәштәрен бирҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү артабан да дауам итәсәк. Рауил Бикбаев исемендәге паркты тҙөкләндереүгә 143 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Рауил Бикбаев исемендәге парк Өфө халҡының яратҡан урынына әйләнеренә шик юҡ. Берҙән майҙанда ял итеү өсөн тулы шарттар ҡаралған, икесенән «Көньяҡ» биҫтәһе башҡаланың йәштәр күпләп төпләнгән урын.
Рәмзиә Кәримова