Радий Хәбиров Рәсәй Президенты тәмләп ҡарарға теләгән башҡорт фастфудынан ауыҙ итте

Хәбәр итеүебеҙсә, Владимир Путин «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» ойошмаһының күҙәтеү советы ултырышында Өфө эшҡыуары Марат Нәсхетдиновтың «Һәйбәт хәлдәр» проектына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергәйне.

Яҡташыбыҙ өләсәйҙәр рецебы буйынса милли аш-һыу тәҡдим итә. Ул «Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары» проектында ҡатнашып «Иң яҡшы фастфуд оҫтаһы» тигән исем дә алған. Был еңеү Марат Нәсхетдиновҡа ил кимәленә сығырға һәм франшизаны башларға ярҙам иткән. Радий Хәбиров эшҡыуарға дәүләт ярҙамы тҡдим итте, «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙы.

Рәмзиә Кәримова