Өфөнө йүкәләр йәмләне. Бөгөн башланған «Йәшел Башҡортостан» акцияһында баш ҡала урамдарына ағас ултыртылды. 10 майға тиклем дауам итәсәк сарала 49 мең үҫенте ултыртыу ҡарала. Өфөлә уҙған экологик өмә сиктәрендә мегополисты йәшелләндереү эштәрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
Йүкә ҡала мөхитендә үҫтереү өсөн иң уңайлы үҫемлектәрҙең береһе. Ҡоротҡостарға бирешмәй, ҡаланың агрессив факторҙарына сыҙамлы, иң ҡаты климат шарттарында ла йәшәй ала.
Күп йыллыҡ йүкәләр бөгөн Көньяҡ тыҡрыҡты йәмләне. Йәмғеһе 42 төп үҫенте ултыртылды. Ҡаланы йәшелләндереү сараһында билдәле спорт һәм сәнғәт әһелдәре, атҡаҙанған коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы баш ҡаланы күләмле йәшелләндереүгә старт бирҙе. Баязит Бикбай урамында ла алмағастар аллеяһы барлыҡҡа килде. Барыһы 75 декоратив үҫемлек ултыртылды.
Һәр бер ағасҡа куар-кодлы ҡағыҙҙар эленгән. Ябай смартфон ярҙамында сайтҡа үтеп, ағас һәм уны ултыртыусы тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Бында ағастың ҡайҙа, ҡасан һәм кем тарафынан ултыртылғаны күренә. Мәҫәлән, был алмағасты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғуллин Кашаф ултыртҡан.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы төбәктең төрлө район-ҡалаларында гөрләй. Быйыл Өфөлә генә 18 тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Йәшелләндереү сараларынан һуң, Өфө артабан да «йәшел ҡала» исемен һаҡлар, тигән өмөттә ойоштороусылар.
Рәзилә Ғиниәтуллина