Яңы Ҡайынлыҡ ауылындағы медицина учреждениеһы яңы бинаға күсте. Әһәмиәтле ваҡиға төбәк халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде. Урындағы етәкселек аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеү маҡсатында принтер бүләк итте.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты күп функциялы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Яҡын киләсәктә яңы ФАП-тар Краснокама районының башҡа ауылдарында ла барлыҡҡа киләсәк.
Ауылдың элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты заман таптарына яуап бирмәгән. Өҫтәүенә, иҫке йортта йылы һыу ҙа булмаған. Яңыһын ремонтлауға 1 миллион 100 мең һум самаһы аҡса йәлеп ителгән. Сығымдар район бюджетынан һәм бағыусылар тарафынан бүленгән. Яңы Ҡайынлыҡ ауылындағы медицина учреждениеһы 450-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Илдар Байбулатов