"Беҙҙең күп милләтле республикабыҙ дин-ара татыулыҡ төйәге, дәүләт һәм конфессия-ара диалог урынлаштырылған. Халҡыбыҙ берләшеп ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә. Был көндәрҙә беҙ Донбасс халҡына ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, гуманитар ылауҙар оҙатабыҙ, күсеп килеүселәрҙе ҡабул итәбеҙ. Бергәләшеп бөтә һынауҙарҙы үтербеҙ, тыныслыҡ урынлаштырырбыҙ", тиелә Республика Башлығы ҡотлауында.