Республикала яңы уҡыу аҙнаһы дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды

Башҡортостан мәктәптәрендә һәр аҙна башында дәүләт байрағы күтәрелә.  Илһөйәрлек сараһына тәүгеләрҙән булып Өфөнөң "Смарт" 2-се полилингваль күп профилле гимназияһы ҡушылды. Унда республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын уҡыуҙа һәм спортта алдынғы булған шайморатовсылар класы уҡыусылары күтәрҙе. “Уҡыусыларҙа дәүләт символдарына һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү мөһим. Бындай сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәте көслө”, - ти гимназия уҡытыусыһы Миләүшә Ғирфанова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт флагтарын күтәреү һәм гимндар башҡарыу тәжрибәһен Рәсәй Мәғариф министрлығы тәҡдим итте. 11 майҙан тантаналы сара республиканың бөтә мәктәптәрендә лә үткәрелә башлай.